Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы!
Коронавирусҡа бәйле 31 марттың 20 сәғәтенән башлап Башкортостан Республикаһында тулыһынса изоляциялау режимы индерелеү сәбәпле барығыҙҙы ла йәмәғәт урындарына йөрөүҙән тыйылып торорға, мөмкин тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа саҡырабыҙ.
Барығыҙҙан да өйҙә ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын һаҡлағыҙ. Тик бергәләп кенә инфекцияның таралмауына өлгәшә алабыҙ!