Герб
Администрация сельского поселения
Баишевский сельсовет
муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Контакты
Прочие контакты
Фактический адрес
453392, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Баишево, ул. Центральная, д.35
Юридический адрес
453392, Республика Башкортостан, Зианчуринский район, д. Баишево, ул. Центральная, д.35

Байыш ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте

Байыш ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте. Билдәле сәбәптәр арҡаһында бик тыйнаҡ шарттарҙа булды, битлек-бирсәткә режимы, аралыҡ һаҡланды. Ауыл халҡы был тантананы тиҫтә йылдар көттө. Күмәк көс менән башланған изге эштең һөҙөмтәһен – ауыл халҡы шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар, күрше- тирә ауыл халҡы, райондың дин әһелдәре килде. Мәсет асылыу төбәктә рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Йома намаҙҙары, дини байрамдар, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыр тигән уйҙа ҡалабыҙ. Мәртәбәле ҡунаҡтар яңы асылған иман йортона изге теләктәрен юллағандан һуң, мәсет үҙенә тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте. Аҙан тауышы яңғыраны. Диндарҙарға эйәреп халыҡ намаҙ уҡыны. Сара барышында төҙөлөштә ярҙам итеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Байрам уңайынан ауылдаштар ҙур табын ойошторҙо, ҡорбан ашы, тәмле былау менән һыйланылар. Мәсет асылыуға халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ ине.